Рәсәйҙә мотлаҡ медицина страховкалауының яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инә, тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, поликлиникалар сирҙәрҙе иҫкәртеү эшен көсәйтә. Алдағы ике йылда рәсәйҙәрҙең бөтәһенә лә диспансерлаштырыу һәм профилактик тикшереү үткәреү күҙаллана, һуңынан һәр кемдең һаулыҡ төркөмө билдәләнә.
Хроник ауырыуҙар асыҡланған, табиптың даими контроле кәрәк булған осраҡта, пациент диспансер күҙәтеүенә алына. Улар йылына бер нисә тапҡыр медицина тикшереүе үтергә тейеш. Әгәр кеше тикшерелеү хаҡында онотһа, медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ полис биргән страховка компанияһы вәкилдәре уның иҫенә төшөрә.
Бынан тыш, страховка компаниялары халыҡтың мөрәжәғәттәре һәм ялыуҙары менән эшләргә, шулай уҡ бәхәсле хәл килеп тыуған осраҡта, уларға ярҙам итергә бурыслы.
Әгәр пациент үткәрелгән тикшереүҙең һәм дауалауҙың сифатына шикләнһә, страховка вәкилдәре күрһәтелгән хеҙмәттәргә экспертиза тәғәйенләй.