БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов, хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә региональ үҙәк вәкилдәре – үҙәктең етәксеһе Р.Нуртдинов һәм проект етәксеһе О.Горлицина “Сервис-Мастер” ЯСЙ-һе участкаһы майҙансығында булдылар. Предприятие “Башнефтегеофизика” АО-һына инә һәм нефть ҡорамалдарын һәм геофизик техниканы хеҙмәтләндереүҙә, транспорт сараларын ремонтлауҙа махсуслаша. “Сервис-Мастер” ЯСЙ-һе етәкселеге артабанғы эш планы буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы. Атап әйткәндә, сервис компанияһы хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә Федераль үҙәктең адреслы ярҙамын иҫәпкә алып, етештереү системаһы үҫеше буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға әҙерлеген белдерҙе.