+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2019, 18:30

Милли проекттар. Төп бурыс - тормош шарттарын яҡшыртыу

Рәсәй Президенты Владимир Путин Май указында илдә киләһе 6 йылда тормошҡа ашырыласаҡ 12 милли проект тураһында аныҡ күрһәтмәләр бирҙе. Дәүләт етәксеһе һөҙөмтәләр отчеттар өсөн түгел, уларҙы ҡала-ауылдарҙа йәшәгән кешеләр күрергә һәм тойорға тейеш тип билдәләне.
Милли проекттар төрлө өлкәләрҙә: демография, һаулыҡ һағы, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, хеҙмәт баҙары, юлдар, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ – бөтәһе 12 йүнәлештә алып барыла. Уларҙы тормошҡа ашырыуға 28 трлн һум бүленәсәк. Башҡортостанда ағымдағы йылда милли проекттарға 6 йылда 175,1 млрд һум тотоноу күҙаллана.
Сәләмәт киләсәк
Иң мөһим проекттарҙың береһе илдә демография күрһәткестәрен яҡшыртыуға арнала. Был бурысты үтәү өсөн тыуым кимәлен арттырыу, йәш балалы ғаиләләргә матди ярҙам сараларын камиллаштырыу, оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм яҡлауға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә 2024 йылға тиклем – 34,4 млрд һум тотоноласаҡ. Уның эсендә ғаиләләге тәүге балаға 10 мең һум айлыҡ түләү (6 меңгә яҡын ғаилә), күп балалы ғаиләләргә 6 процентлы льготалы ипотека, медицина страховкаһы иҫәбенә 2 меңдән ашыу ЭКО процедураһы уҙғарыу, 2019 йылда 19 балалар баҡсаһы төҙөү. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы А.Хажин әйтеүенсә, бер мәктәпкәсә учреждениены төҙөү 100 - 150 млн һумға төшә. 2024 йылғаса 3 йәшкә тиклемге балаларҙың балалар баҡсаһына сиратын бөтөрөү маҡсатында был аҡсаларҙы ясле төркөмдәре булдырыуға тотоноу ҡарала. Әлеге көндә республика буйынса 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклем 5400 бала сиратта тора.
Халыҡ һаулығы һағында
Милли проекттар сиктәрендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 16,4 млрд һум бүленә. Шуның 7 млрд һумдан ашыуын йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә тотоноу күҙаллана. Өфөлә онкология диспансерының яңы хирургия корпусы сафҡа индерелә. Башҡортостандың баш ҡалаһында, шулай уҡ Күмертауҙа, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Салауатта, Белорет, Бөрө һәм Дыуан райондарында амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре барлыҡҡа килә. йәшәүселәргә тейешле Быйыл 18 балалар поликлиникаһына һәм балалар поликлиника бүлексәләренә ремонт үткәрелә. Дүртөйлө һәм Туймазы ҡалаларында ике яңы балалар поликлиникаһы сафҡа индерелә. Башҡортостанда 22 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә йәки ремонтлана, 27 күсмә медицина комплексы һатып алына. Ошо маҡсаттарға 625 млн һум ҡаралған.
Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә 216 млн һум тотонола. 2018 йылдың аҙағында Башҡортостанда 1150 табип һәм 973 урта медицина персоналы белгесе етешмәй ине. 2019 йылдың 1-се кварталында, күрелгән саралар һөҙөмтәһендә, табиптар - 185-кә, ә урта профилле белемгә эйә медицина хеҙмәткәрҙәре 216 кешегә артҡан.
Мәғариф өлкәһе
Ил Президенты В.Путиндың Май указдарында билдәләнгән милли проекттарҙың береһе мәғариф өлкәһенә ҡағыла. Алдағы ике йылда республикала 21 яңы мәктәп төҙөләсәк. 2014 йылға мәктәптәрҙәге икенсе сменаны бөтөрөү күҙаллана. Өфөлә 1225 урынлыҡ яңы 4 ҡатлы мәктәп, Инорс биҫтәһендә 1650 урынлыҡ белем биреү үҙәге, Булгаково, Жуково ауылдарындағы, Чесноковкалағы һәм Иглиндағы мәктәптәр төҙөлөшө лә республика инвестиция программаларына ингән. Бәләкәй ҡалаларҙағы һәм ауыл ерендәге 198 мәктәптең матди-техник баазаһы яҡшырасаҡ. 2019 йылда балалар робототехника, пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы конструкциялау менән шөғөлләнәсәк 3 яңы технопарк асылыуы көтөлә. Мәғариф өлкәһенә 17,5 млрд һум аҡса йүнәлтелә.
Мәҙәни усаҡтарға иғтибар
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем республикала 1 мәҙәниәт усағына капиталь ремонт үткәреү һәм 26 мәҙәни-ял учреждениеһы төҙөү планлаштырылған. Был маҡсатҡа 2,12 млрд һум тотоноласаҡ. Үҙ коллективтары булмаған ауылдарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 10 күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәктәр (автоклубтар) һатып алынасаҡ. Яңы моделле китапханалар асыла, һәүәҫкәр ижади коллективтарға ярҙамға гранттар биреләсәк. Бар эштәргә 6,4 млрд һум бүленәсәк.
Торлаҡ һәм ҡала мөхите
Проектына республика 6,4 млрд һум финанс сығыымдар тотонорға күҙаллай. Был аҡсаларға 1,5 тапҡырға торлаҡ төҙөлөшөн (2,3 млн кв.м-ҙан 3,7 млн кв.м-ға тиклем) арттырыу, шул иҫәптән 135 мең кв.м социаль торлаҡ төҙөлөргә тейеш. 22,9 мең кв.м авариялы торлаҡтан күсереү, 142 парк, сквер, ял урындарын төҙөкләндереү планлаштырылған.
Яҡшы юлдар – йәшәү кимәле күрһәткесе
Өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе – “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” программаһына 9,4 млрд һум федераль, 24 млрд һум республика һәм муниципалитеттар бюджетынан бүлеү ҡарала. Быйыл Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөләсәк (3,5 млрд һумлыҡ күпер 2021 йылға төҙөлөп бөтөрөгә тейеш, 2,5 млрд һум федераль юл агентлығынан бүленә).
Юл мәсьәләһенең мөһим өлөшө – республиканың ҡала һәм райондарын тоташтырған төп трассаларҙы ремонтлау. Мәҫәлән, “Өфө – Ырымбур” юлын төҙөкләндереләсәк, уның Стәрлетамаҡты урап үткән өлөшө 4 һыҙатлы итеп киңәйтеләсәк. Быйыл 17 авария йыш булған урындарға 430 стационар фотовидеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Был саралар юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусыларҙың һанын 2017 йыл менән сағыштырғанда 3,5 тапҡырға кәметергә тейеш.
Таҙа булһын һулар һауа, эсәр һыу
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә республикабыҙҙа ете проект тормошҡа ашырыла. Улар араһында “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Урмандарҙы һаҡлау” һәм башҡалар бар.
Сүп-сар реформаһы 2024 йылға тиклем илдә бөтә законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөүҙе һәм ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе заманса комплекстарҙы төҙөүҙе күҙ уңында тота. Республикала 2019 йылда 16 сүплек бөтөрөләсәк. Республикала йыл һайын 2 т ҡалдыҡ барлыҡҡа килә. Уларҙы эшкәртеү өсөн Дыуан, Янауыл, Дөртөйлө, Благовар райондарында сүп-сар комплекстары төҙөү проектлана. Башҡортостан тәүге тапҡыр һыуҙың сифатын яҡшыртыуға, һыу менән тәьмин итеү объекттарын модернизациялауға 4,2 млрд һум финанс ярҙам аласаҡ. 6 йыл эсендә рсепубликала 380 млн ағас үҫентеһе әҙерләү һәм урман янғындарының һанын кәметеү ҡарала. Башҡортостан хөкүмәте 2024 йылға тиклем урмандарҙы һаҡлауға һәм тергеҙеүгә махсус техника алыу өсөн 2 млрд һум һум йүнәлтәсәк. Быйыл 22 техника алыу күҙ уңында тотола.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам” проектына 1,2 млдр һум бүленә. Әлеге көндә республиканың 20 предприятиеһы ошо проектҡа ингән, йыл аҙағына уларҙың һанын 50-гә еткереү бурысы ҡуйыла.
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 4,8 млрд һум йүнәлтеләсәк. Рәсәйҙә был өлкәлә эшлләүселәр һаны 1,3 тапҡырға: әлеге 19 млн-дан 2024 йылға – 25 млн-ға тиклем артырға тейеш. Ошо көндәрҙә Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн “Минең бизнесым” үҙәге (Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы,14) асылды. Ошонда уҡ йәштәр өсөн инновация ижады үҙәге, бизнес-акселератор, бизнес-инкубатор, коворкинг үҙәк, технопорт һәм башҡалар урынлашҡан. Эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеүсе тағы ла бер үҙәкте Нефтекама ҡалаһында асыу планлаштырыла. Өфөлә “Эшҡыуар йорто” булдырыу мәсьәләһе лә хәл ителә. Эшҡыуарлыҡта мәшғүл булғандарҙың һанын ағымдағы йыл аҙағына 415 меңгә еткереү бурысы ҡуйыла. Фермерлыҡҡа һәм ауыл хужалығы кооперацияһына йәлеп ителгәндәр 2024 йылға 18 мең кешегә етеүе күҙаллана.
Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт проектына ярашлы, ауыл хужалығы продукцияһы экспорты әлеге 76,3 млн долларҙан 3 тапҡырҙан ашыуға артырға һәм 230 млн доллар тәшкил итергә тейеш. “Өфө” аэропортында 480 млн һумға авиация йөк комплексы төҙөү планлаштырыла.
Фән өлкәһенә милли проекттарға 4 млрд һум тотоноу күҙаллана. Рсепублика ғилми-белем биреү үҙәге төҙөү конкурсында ҡатнаша. Заявка ҡабул ителгән осраҡта 2020 йылда төбәктә университетарҙы, ғилми ойошмаларҙы һәм иҡтисадтыү корпоратив секторын берләштереүсе берҙәм һанлы платформа барлыҡҡа киләсәк. Йәш ғалимдар т2019 йылда фәнни проекттарына 1 млн һум ағса аласаҡ. Ошондай тәүге гранттар 2018 йылда 30йәш ғалимға бирелде лә инде.
Һанлы иҡтисад йүнәлешендә 2024 йылға тиклем киң һыҙатлы интернетҡа 1200-ҙән ашыу мәктәп, коллдеж, һәм лицей, 2060-тан ашыу ФАП, 280-гә яҡыын тораҡ пункттары тоташтырыла.
Бөтә милли проекттар ҙа стратегик яҡтан үҙ-ара бәйләнгән, уларҙың ҡайһы берҙәре үтә ҙур бурыстар ҡуйһа ла, оло маҡсаттарға: рәсәйлеләрҙең тормошон яҡшыртыуға тик шулай ғына ирешеп була.
#нацпроекты#национальныепроекты

Читайте нас: