+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2019, 11:06

Милли проекттар сиктәрендә – кинозалдар

Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы йыл һайын ике кинозал асырға планлаштыралар.
Әлеге көндә республикала заманса йыһазландырылған 20 кинозал эшләй. Был күрһәткес буйынса төбәк илдең тәүге бишәү иҫәбенә инә. Кино фонды йүнәлешендә бер кинозалға ҡоролмалар алыу өсөн 5 млн һум бүленә, тип белдерҙе республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Проект 500 меңгә тиклемге кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа тормошҡа ашырыла. Башҡортостан ауылдарында эре ҡалаларҙағы кеүек премьераларҙы шул уҡ көндө ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Субсидия алыуға заявканы эшҡыуарҙар ҙа бирә ала, бындай миҫалдар республикала бар, тип билдәләй Ә.Шафиҡова.
#нацпроекты#региональныепроекты
Читайте нас: