+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2019, 11:46

“Сәләмәтлек” милли проекты буйынса

Башҡортостанда “Сәләмәтлек” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 22 ФАП төҙөләсәк һәм 20 мобиль ФАП һәм 7 флюороҡоролма алынасаҡ.
Был маҡсатҡа 2019 йылда 336,7 млн һум, шул иҫәптән 266,2 млн һум федераль бюджеттан тотоноу күҙаллана.
Проекттың маҡсаты – алыҫ урынлашҡан территорияларҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү.
“Һаҡсыл поликлиника” йүнәлешендә беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы камиллаштырыла. Профилактик тикшереүҙәрҙе шәмбе көндәрендә һәм киске ваҡытта үткәреү планлаштырыла. Бар кеше лә йылына бер тапҡыр медицина тикшереүе үтергә тейеш, тип хәбәр итәләр мәғлүмәт хеҙмәтендә.
#нацпроекты#региональныепроекты
Читайте нас: