+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2019, 11:12

Өфө аэропорты милли проект сиктәрендә төҙөкләндерелә

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “Өфө” аэропортында авиация йөк комплексыының беренсе этабы төҙөлөшө тамамланды.
31 майҙа халыҡ-ара “Өфө” аэропортында “Транстерминал - Аэро” компанияһының механик-ремонтлау оҫтаханалары асылды. Уның майҙаны – 1200 кв.м. Объекттың реконструкцияһына компания 50 млн һум аҡса тотонған.
Авиация йөк комплексы төҙөлөшөнөң икенсе этабында контроль-пропуск рункты менән йөктәрҙе ҡабул итеү-биреү терниналы, эре габаритлы йөктәрҙе һаҡлау өсөн асыҡ майҙандар булдырыу, махсус аэродром техникаһы һатып алыу ҡаралған.
2024 йылға тиклем “Транстерминал - Аэро” компанияһы “Өфө” аэропортының йөк инфраструктураһы үҫешенә 150 млн һумдан ашыу инвестициялар йәлеп итергә планлаштыра.
#нацпроекты#региональныепроекты
Читайте нас: