+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июнь 2019, 11:40

Путин менән тура бәйләнеш

20 июндә ил Президенты Владимир Путин тура эфирҙа халыҡтың һорауына яуап бирәсәк
Программа “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, “НТВ”, “ОТР”, “МИР” телеканалдарында һәм “Маяҡ”, “Хәбәрҙәр FM” һәм “Рәсәй радиоһы” радиостанцияларында эфирға сыға. Мәскәү ваҡыты менән 12.00 сәғәттә башлана.
Һорауҙарҙы телефондан шылтыратып, СМС йәки ММС-хәбәр ебәреп, шулай уҡ программаның сайты йәки мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин.
“Тура бәйләнеш”кә һорауҙы “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрҙә (vk.com/moskvaputinu һәм ok.ru/moskvaputinu) яҙма һорау йәки видеоролик төшөрөп Президентҡа мөрәжәғәт итергә була. Бынан тыш, тура эфир ваҡытында “Мәскәү - Путинға” һәм “ОК Live” ҡушымталарынан файҙаланыусыларҙың эфир ваҡытында студия менән тура видеоэлемтәгә сығыу мөмкинлеге бар.
Һорауҙар 9 июндә Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән 20 июнгә ҡәҙәр ҡабул ителә. Уларҙың ҡыҙыҡлылары һәм көнүҙәктәре тура эфир барышында Президентҡа еткерелә. Берҙәм хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәгенә 8–800–200–40–40 номеры буйынса Рәсәйҙең теләһә ниндәй мөйөшөнән шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Сит илдән хәбәрҙәрҙе эшкәртеү үҙәгенә +7–499–550–40–40, +7–495–539–40–40 телефондары буйынса шылтыратырға кәрәк.
0–40–40 номерына SMS һәм MMS-хәбәрҙәр рәүешендәге һорауҙар Рәсәйҙең элемтә операторҙары телефонынан ғына ҡабул ителә. Хәбәр ебәреү бушлай. Һорауҙы рус телендә бирергә кәрәк, күләме 70 билдәнән артмаҫҡа тейеш. Һорауҙы «Мәскәү – Путинға» рәсми мобиль ҡушымта аша ла ебәрергә мөмкин.
#ВладимирПутин
Читайте нас: