Быйыл милли проекттар нигеҙендә Башҡортостанда 40-тан ашыу социаль объект барлыҡҡа киләсәк.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Рәсәй-24” телеканалына биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе.
Уның фекеренсә, һан күрһәткестәре генә түгел, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты ла мөһим.
– Быйыл беҙ, милли проекттарға ярашлы, 22 мәктәп, 19 балалар баҡсаһы, ике балалар поликлиникаһы, ФАП-тар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары асабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ республикала һаулыҡ һаҡлау тармағында кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн матди һәм әхлаҡи дәртләндереү саралары тураһында һөйләне.
#нацпроекты#национальныепроекты