2 июндә “Ватан” этнопаркында “Евразия йөрәге” IV Халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтте.
Фестиваль Башҡорстанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли костюмдар республика байрамы менән асылды. Унда фольклор коллективтар, милли кейем тегеү һәм биҙәүестәр эшләү оҫталары ҡатнашты.
Сағыу костюмдар парады Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры алдындағы майҙанда башланып “Торатау” конгресс-холына тиклем йәйәү үтте. 2700-ләп төрлө милләт кешеләренән торған был һоҡланғыс байрамда Ғафури районының үҙешмәкәр һәм һөнәри коллективтары ла әүҙем ҡатнашты. Байрамдың иң күркәм өлөшө – “Ватан” этнопаркындағы сәхнә алдындағы Дуҫлыҡ әйлән-бәйләме булды.
#нацпроекты#национальныепроекты