+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 14:46

“Евразия йөрәге”ндә сағыу тамаша

14 июндә 19.00 сәғәттә “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә “Торатау” конгресс холы янындағы асыҡ һауалағы сәхнәлә “Алға, Башкирия! Алға, Башҡортостан!” тип аталған концерт программаһы була.
Сағыу тамашала республиканың милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры,Т.Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмө, “Зәйнетдин” этно-проекты, “Бүреләр” төркөмө, RNT, ZAMAN (Мәскәү), ELVIN GREY, “Пицца”, Алсу һәм башҡа билдәле сәнғәт оҫталарының сығыш яһауы көтөлә.
Концерт уникаль пиротехник шоу менән тамамланасаҡ. Баш ҡалабыҙ күген милли флагыбыҙ төҫөндәге меңәрләгән уттар балҡытасаҡ. Бөтәһе 11 мең залп була, фейерверктарҙың бейеклеге 150 метрға етәсәк. Сәхнә янындараҡ торғандар “Уфа” тигән яҙыуҙы күрә аласаҡ. Шоу сәхнәнән яңғыраған музыка оҙатыуында барасаҡ.
#нацпроекты#национальныепроекты
Читайте нас: