+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 13:20

Путин - Бишкәктә

13 – 14 июндә Бишкәктә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләт етәкселәре Советы ултырышы үтә.
Рәсәй Президенты унда Ҡырғыҙстан башлығы Сооронбай Жээнбеков менән осрашты. Ил етәкселәре үҙ-ара бәйләнеште нығытыу мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.

Ҡырғыҙстан Президенты осрашыуҙа тотош Рәсәй халҡын байрам менән ҡотланы, ике арала элек-электән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре ныҡ булыуын билдәләп, артабан да ошо күркәм йоланы һаҡлау теләген белдерҙе.
Ултырышта башлыса иҡтисад мәсьәләләре ҡарала. Дөйөм алғанда ил башлыҡтары 20-нән ашыу документҡа ҡул ҡуясаҡ. Белешмә өсөн: Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы 2001 йылда Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙахстан, Таджикистан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан илдәре етәкселәре тарафынан төҙөлгән.
Читайте нас: