+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 12:34

Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы

Муниципаль телеканалдар дөйөм файҙаланыуҙағы мотлаҡ телеканалдар исемлегенә индерелеп, “22-се төймә”гә беркетелде.


Был турала законға ил етәксеһе Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.


“Һанлы форматҡа күсеү башланғас, муниципаль телеканалдарҙың артабан булыу-булмауы һорау аҫтында ҡалды, – тине республика парламенты рәйесе Константин Толкачев. – Урындағы күп телеканалдар кабель операторҙарының хаҡты ныҡ күтәреүен, үтәй алмаҫлыҡ башҡа шарттар ҡуйыуын белдерҙе. Ғөмүмән, һанлы форматҡа күсеү халыҡты әһәмиәтле мәғлүмәттән сикләне. Ошо сәбәпле үткән йыл аҙағында Дәүләт Йыйылышы депутаттары Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевҡа мөрәжәғәт ебәреп, муниципаль телеканалды дөйөм файҙаланыуҙағы мотлаҡ телеканалдар исемлегенә кертеүҙе һораны. Һөҙөмтәлә мартта уҡ Дәүләт Думаһына тейешле закон проекты килде”.


Константин Толкачев һүҙҙәренсә, яңы ҡанун халыҡты урындағы көнүҙәк мәғлүмәт менән тәьмин итеп кенә ҡалмаясаҡ, ә телеканалдарға иҡтисади яҡтан да булышлыҡ ҡыласаҡ.
#ВладимирПутин

Читайте нас: