+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2019, 14:31

Бәйләнештәр нығыныр

Рәсәй башлығы Иран Ислам Республикаһы президенты Хәсән Рухани менән осрашты.


Ике дәүләт етәксеһе Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитынан һуң фекер алышты.


“Рәсәй менән Иран араһындағы мөнәсәбәт күп яҡлы, ул иҡтисадҡа ла, төбәктәге тотороҡлолоҡ мәсьәләләренә лә, терроризмға ҡаршы берҙәм көрәшкә лә һ.б. ҡағыла. Гуманитар йәһәттән элек-электән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барылды. Киләсәктә бәйләнештәр тағы ла нығыныр тип ышанам”, – тине Владимир Путин.


Хәсән Рухани ҙа Рәсәй менән ыңғай мөнәсәбәттәрҙе юғары баһаланы, әлеге осрашыуҙың яңы хеҙмәттәшлек алымдарына юл һалырына ышаныс белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: