+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2019, 11:19

Футбол майҙансыҡтарын - һәр ауыл һәм ҡалаға

Яҡын арала Башҡортостанда күмәк спорттың йылдам үҫеүе көтөлә. Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисад форумында төбәк Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһында төҙөләсәк футбол аренаһына китәсәк финанс сығымдарҙы үҫмерҙәр һәм балалар футболы үҫешенә йүнәлтеү мөмкинлеген белдерҙе.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә лә был тәҡдимде хуплайҙар. Унда әйтеүҙәренсә, махсус төбәк программаһы буйынса республика ауыл-ҡаларында футбол майҙансыҡтары төҙөү бик актуаль мәсьәлә. Әлеге көндә Башҡортостанда футбол менән 50 мең самаһы бала шөғөлләнә, ә баскетбол менән, мәҫәлән, 140 мең. Был һандар тейешле инфраструктураның булмауын аңлата.

“Балалар спорты” партия проектының төбәк координаторы Рима Батталова әйтеүенсә, футбол үҫешенә ярҙам бөгөн көнүҙәк һорауҙарҙың береһе, сөнки ағымдағы йылдың май айынан партия проекттың яңы йүнәлешен – “Урам футболы лигаһы” тормошҡа ашыра.

Ярыштар 3 этапта уҙа. Тәүҙә командалар муниципаль, һуңынан төбәк кимәлендә ярышып, 27 август - 1 сентябрҙә Санкт-Петербургта финал уйындар үтә. Турнирҙарға 13-14 йәшлек ҡыҙҙар-малайҙарҙан торған урам футбол командалары йәлеп ителгән. Башҡортостанда урам футболы фестивалендә 20 мең бала ҡатнаша. Бөгөнгө көндә унда йөҙгә яҡын команда иҫәпләнә.

#нацпроекты#региональныепроекты
Читайте нас: