Әлеге көнгә Рәсәй Президентына 600 меңгә яҡын һорау бирелгән дә инде. Уларҙың 354,6 меңе телефондан булһа, 161 меңгә яҡыны СМС-хәбәр менән ебәрелгән. Сайт аша 21 мең кеше үҙ һорауын биргән. Һорауҙар башлыса льготалы дарыуҙар, электр энергияһына һәм торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә хаҡтар артыуы һ.б. тураһында.