+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 12:42

В.Путин “Ғәҙел Рәсәй” партияһы лидеры менән осрашты

Сергей Миронов Владимир Путинға партияның эшмәкәрлеге, ҡануни башланғыстары тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Шулай уҡ С. Миронов ил Президентына “Ғәҙел Рәсәй”ҙең хеҙмәтенә иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул граждандар хоҡуҡтарын һаҡлау үҙәктәре эше тураһында һөйләне. Был үҙәктәрҙә халыҡҡа хоҡуҡтарын аңлатыу, ҡануни йәһәттән ярҙам итеү кеүек хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Һөҙөмтәлә һуңғы биш йыл эсендә генә кешеләргә 57 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡайтарып бирелгән. “Ваҡытында беҙҙең ошондай үҙәктәр булдырыу буйынса тәҡдимебеҙҙе хуплағанығыҙ өсөн рәхмәт”, – тине ил етәксеһенә Сергей Миронов.

Ул шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһында халыҡтың һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаһы тураһында” закон проектын әҙерләүҙәре, Дәүләт Думаһына ришүәтселеккә ҡаршы көрәште көсәйтеү буйынса тәҡдимдәр еткереүҙәре һ.б. тураһында һөйләне.
#ВладимирПутин

Читайте нас: