-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2019, 19:14

Башҡортостан лидерҙарын асыҡлай

18 июндә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар конкурсының башланыуы тураһында иғлан итте. Был хаҡта Радий Хәбиров үҙенең «Фейсбук»тағы сәхифәһендә яҙҙы.
«Бөгөн мөһим яңы проектты башлайбыҙ. Ул беҙгә һауа кеүек кәрәк, сөнки һәр етәксенең ике проблемаһы бар - квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайҙан табырға һәм йөҙәткес, квалификацияһы булмағандарҙан нисек ҡотолорға. Икеһен дә хәл итеү өсөн беҙ «Башҡортостан лидерҙары» конкурсын ойошторабыҙ ҙа инде. Проекттың маҡсаты — кандидаттарҙы ғәҙел, таныш-тоношһоҙ һәм коррупцияһыҙ һайлап алыу».
Республика етәксеһе конкурстың финалы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа уҙасағын хәбәр итте. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы 100 ҡатнашыусы һайлап алына.
«Уларҙың һәр береһе үҙенең потенциалын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә була. Ә беҙ иһә республикаға үҫешергә ярҙам итергә һәләтле профессионалдар алырбыҙ. Бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем һәм конкурс еңеүселәрен Туҡай урамы, 46-сы йортта түҙемһеҙлек менән көтәм, бергәләп эшләрбеҙ», — тип билдәләне төбәк Башлығы.
Проект иғлан ителеп бер тәүлек үтеүгә “Башҡортостан лидерҙары” сайтына 12 меңдән ашыу кеше кереп ҡараған. Беренсе сәғәттәрҙә 2556 кеше теркәлһә, уларҙың 998 кандидаты leaders.bashkortostan.ru. сайтындағы анкетаны тултырған.
2019 йылда “Рәсәй лидеры” конкурсы еңеүсеһе УМПО идаралығы начальнигы Марат Вәлиев, ошо уҡ конкурстың 2018 йыл финалисы “Уралсиб” банкы идаралығы начальнигы урынбаҫары Никита Ханенко “Башҡортостан лидерҙары” конкурсы тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
- Беҙҙең республика талантлы, әүҙем, белемле белгестәргә бай. Властың бурысы – ошондай кешеләрҙе асыҡлау һәм уларҙың үҫешен ил һәм республикабыҙ мәнфәғәтенә йүнәлтеү. Бындай конкурстар кешеләрҙе тыңларға һәм ишетергә әҙерлекте күрһәтһә, икенсенән, үҙеңдең тирә яғыңдағы тормошто үҙгәртергә мөмкинлек бирә,- тине Марат Вәлиев.
- Конкурста ҡатнашыу миңә үҙемдең идара итеү һәм лидерлыҡ сифаттарымды һынап ҡарарға форсат бирҙе. Финалға сығып грант алыу бәхетенә ирештем. Уны уҡыуымды дауам итергә ҡулланам, - ти Никита Ханенко.

Читайте нас в