-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2019, 12:23

Путин юғары баһаланы

Ил Президенты Владимир Путин Ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының II форумында ҡатнашыусыларға сәләмләү телеграммаһы ебәрҙе. Сара Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында үтте.


Ил етәксеһе ирекмәнлек эшмәкәрлегенең ҙур яуаплылыҡ талап иткәнен, халыҡ тарафынан көтөп алынған булғанын, ирекмәндәр ярҙамында меңдәрсә кеше ғүмере ҡотҡарылғанын билдәләне. Әлеге форум йәмғиәт тарафынан хуплап ҡабул ителде, күркәм йолаға әйләнде.


“Һеҙ, ирекмәндәр, күңел һәм йөрәк ҡушыуы буйынса етди, үтә кәрәкле эш менән шөғөлләнәһегеҙ. Ныҡышмал булыуығыҙ, изгелек ҡылырға ынтылыуығыҙ арҡаһында меңдәрсә кеше ғүмере ҡотҡарылған, шул иҫәптән – балаларҙың. Ошондай яуаплы, ҙур ихтыяж менән файҙаланылған хеҙмәтегеҙ оло хөрмәткә, баһаға лайыҡ”, – тиелә телеграммала.


В. Путин билдәләгәнсә, Рәсәйҙә эҙләү-ҡотҡарыу эше системалы бара. Ул ирекмәндәр менән хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары, бизнес структуралар араһындағы бәйләнеште нығыта, шулай уҡ белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: