+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2019, 12:44

Һәр кем яуаплы

Рәсәйҙә урмандарҙа ҙур янғындар сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән ваҡытта санкцияланмаған усаҡ яғыуҙар өсөн штрафтар һалынасаҡ.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы законға ил Президенты В.Путин ҡул ҡуйҙы.
Статистика буйынса, урман янғындарының 80 проценты кешеләрҙең яуапһыҙлығы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙәре арҡаһында сыға.
Ғәҙәттән тыш хәл индерелгәндә урмандарға барыу тыйыла, әммә күпселек халыҡ быны иҫәпкә алмай. Закон ҡабул ителгәндән һуң янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған физик шәхестәргә 4 мең һумдан 5 мең һумға тиклем, вазифалы шәхестәргә – 20 мең һумдан 40 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә – 300 мең һумдан 500 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: