В.Путин Рәсәй уңышлы социаль үҫеш өлгөһө була ала, сөнки ил сәйәсәте кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән, тип яҙа телеграммала.
Путин билдәләүенсә, Мәскәүҙә төрлө төбәктәрҙән власть , бизнес вәкилдәре, эксперттар, ирекмәндәрҙең ҙур, берҙәм командаһы йыйылған. Уларҙың барыһын да бер бурыс – кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу берләштерә. Ил етәксеһе шулай уҡ һаулыҡ һағы, мәғариф, ғаиләләргә ярҙам, демографик хәлде яҡшыртыу – илебеҙҙең өҫтөнлөклө милли йүнәлештәре икәнлеген тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды.