+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь 2019, 12:39

Тапшырыуға әҙерлек буйынса кәңәшмә

Рәсәй Президенты “Владимир Путин менән тура бәйләнеш” махсус тапшырыуына әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе.


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ул бөгөн, 20 июндә, Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Тапшырыу тура эфирҙа “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, “НТВ”, “ОТР”, “Мир” телеканалдары, “Маяҡ”, “Вести FM”, “Рәсәй радиоһы” радиостанциялары аша трансляциялана.


Сара барышында Владимир Путин илдең ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади тормошона, шулай уҡ халыҡ-ара хәлгә бәйле һорауҙарға яуап бирәсәк.


Дәүләт етәксеһенә телефон аша шылтыратып, СМС-, ММС-хәбәрҙәр ебәреп, махсус ҡушымта, шулай уҡ тапшырыуҙың сайты аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был хаҡта мәғлүмәт алдан бирелде.


"Тапшырыу һәр яҡлап яҡшы ойошторолорға, бер ниндәй өҙөклөктәр, етешһеҙлектәр булмаҫҡа тейеш" тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт етәксеһе.
#ВладимирПутин

Читайте нас: