-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 12:48

Ғаиләләргә социаль ярҙам

2020 йылдың 1 ғинуарынан балаға уртаса 10-11 мең һумлыҡ түләүҙәр уртаса килеме ике йәшәү минимумы булған ғаиләләргә ҡағыла, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин тура бәйләнеш барышында.
Яҡын арала йәш ярымдан 3 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең дә ошондай социаль ярҙам алыу мөмкинлеге була.
«Әгәр беҙ 2020 йылдың 1 ғинуарынан килеме ике йәшәү минимумы булған ғаиләләргә нулдән йәш ярымға тиклем бирә башлаһаҡ [төбәк буйынса бер йәшәү минимумы күләмендәге балалар пособиеһы], ғаиләләрҙең 70% ошо ярҙам сараһына эләгә, — тине президент. — Әлбиттә, бала йәш ярымға еткәс, 1,5 йәшәү минимумына күсеү, йәғни шунда уҡ ошо ярҙамды алған ғаиләләр һанын кәметеү сәйер булыр ине. Шуға күрә быны килеме ике йәшәү минимумы булған бөтә ғаиләләргә таратырға тейешбеҙ тип иҫәпләйем һәм үҙем өсөн күптән ошо ҡарарҙы ҡабул иткәнмен».
2018 йылда президенттың башланғысы менән 1,5 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы ярҙам сараһы индерелде. Был пособиелар федераль бюджеттан түләнә. Айлыҡ түләүҙәргә тәүге балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләр дәғүә итә ала. Ике ата-әсәнең дә Рәсәй гражданлығы булырға тейеш. Бынан алда «Башинформ» агентлығы Рәсәйҙә 1,5 йәштән өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы тәрбиәләү буйынса пособиены төбәктәге бала өсөн йәшәү минимумы кимәленә тиклем арттырырға тәҡдим итеүҙәре тураһында яҙып сыҡты. Хәҙер ата-әсәгә, туғандарға йәки опекундарға 3 йәшкәсә бала тәрбиәләү буйынса компенсация 50 һум тәшкил итә. Ошо айлыҡ түләүҙең күләме 1994 йылдан алып үҙгәрмәй.
#ВладимирПутин
Читайте нас: