+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 11:08

Федераль проект сиктәрендә

Фән һәм юғары технологиялар өлкәһендә йәш таланттарҙы табыу һәм уҡытыу маҡсатында республикала 5 мәктәп “Рәсәй Фәндәр академияһының базалы мәктәптәре” федераль проектында ҡатнаша. Республиканың Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, проектта Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһы, Нефтекаманың 1-се лицейы, Өфөнөң 64-се гимназияһы, 83-сө инженер лицейы, 93-сө физика-математика лицейы ҡатнаша. Сараға ярашлы, был мәктәптәр менән Рәсәй Фәндәр академияһының төбәктәрҙәге ғилми үҙәктәре, вәкиллектәре араһында хеҙмәттәшлек булдырыласаҡ. Проект Рәсәй Фәндәр Академияһы президенты Александр Сергеев һәм илдең мәғариф министры Ольга Васильеваның тәҡдиме буйынса әҙерләнгән. Уны тормошҡа ашырыуҙа 32 пилот төбәк ҡатнаша. Планлаштырылғанса, бындай форматтағы белем усаҡтары өҫтәмә белем биреү һәм мәктәптән тыш эштәр үҙәктәренә әүереләсәк, урындағы университеттар, предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итәсәк, уҡыусыларға үҙҙәренең ғилми проекттарын булдырыуға ынтылыш бирәсәк. “Фән” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, Рәсәй 2024 йылда ғилми-технологик үҫеш йәһәтенән донъяның алдынғы биш иле иҫәбенә инергә, ғалимдарға һәр яҡлап уңайлы шарттар тыуҙырылырға тейеш. #нацпроекты#региональныепроекты

Фән һәм юғары технологиялар өлкәһендә йәш таланттарҙы табыу һәм уҡытыу маҡсатында республикала 5 мәктәп “Рәсәй Фәндәр академияһының базалы мәктәптәре” федераль проектында ҡатнаша.

Республиканың Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, проектта Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһы, Нефтекаманың 1-се лицейы, Өфөнөң 64-се гимназияһы, 83-сө инженер лицейы, 93-сө физика-математика лицейы ҡатнаша.

Сараға ярашлы, был мәктәптәр менән Рәсәй Фәндәр академияһының төбәктәрҙәге ғилми үҙәктәре, вәкиллектәре араһында хеҙмәттәшлек булдырыласаҡ.

Проект Рәсәй Фәндәр Академияһы президенты Александр Сергеев һәм илдең мәғариф министры Ольга Васильеваның тәҡдиме буйынса әҙерләнгән. Уны тормошҡа ашырыуҙа 32 пилот төбәк ҡатнаша. Планлаштырылғанса, бындай форматтағы белем усаҡтары өҫтәмә белем биреү һәм мәктәптән тыш эштәр үҙәктәренә әүереләсәк, урындағы университеттар, предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итәсәк, уҡыусыларға үҙҙәренең ғилми проекттарын булдырыуға ынтылыш бирәсәк.

“Фән” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, Рәсәй 2024 йылда ғилми-технологик үҫеш йәһәтенән донъяның алдынғы биш иле иҫәбенә инергә, ғалимдарға һәр яҡлап уңайлы шарттар тыуҙырылырға тейеш.
#нацпроекты#региональныепроекты
Читайте нас: