+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2019, 00:29

Беренсе инвестиция һабантуйы

22 июндә Сибайҙа «Урал аръяғы-2019» Бөтә Рәсәй инвестиция форумы башланды. Унда 11 илдән, шул иҫәптән Австрия, Әрмәнстан, Белорусия, Болгария, Иордания, Ҡаҙағстан, Сербия, Төркиә, Франция, һәм Хорватиянан, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 1200-ҙән ашыу бизнес берләшмәләр вәкилдәре килгән.
Инвестиция һабантуйында 70 млрд һумлыҡ 8 килешеү төҙөлгән, улар араһында Хәйбулла районында ер аҫты руднигы, Өфөлә блоклы йорт комплекттары төҙөүсе комбинат төҙөү, Алексеевский совхозында теплицалар төҙөүҙе финанслау, Әбйәлил районында һөт-тауар фермаһы төҙөү һәм башҡалар бар. Форум секцияларында эшлекле мөхит булдырыу һәм бизнесты яҡлау, Рәсәйҙә туризмды үҫтереү, экология һәм башҡа темалар тикшерелде.
Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм саҡырылған ҡунаҡтар, шул иҫәптән Голливуд актеры Стивен Сигал ҡатнашты.
Сараның программаһы 23 июндә Әбйәлил районында һабантуй менән тамамлана. Байрамда Башҡортостандың 25 муниципаль районы вәкилдәре ҡатнаша. Улар иң матур тирмәләр ҡора, ихаталар ойоштора. Милли уйындарҙан һәм конкурстарҙан тыш, тамашасыларҙы Рәсәй һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары: «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, музыкант Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «ZAINETDIN» этно-проекты, Сәғиҙулла Байегет, Гөлназ Асаева һәм башҡалар ҡатнашлығында байрам концерты көтә. Сарала Республика Башлығы призына милли көрәш турнир үткәрелә. Төп бүләк – автомобиль. Шулай уҡ ат сабыштары ойошторола. Һабантуй дискотека һәм фейерверк менән тамамлана.
«Урал аръяғы–2019» Бөтә Рәсәй инвестиция форумы Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Стратегик башланғыстар агентлығы, «Эшлекле Рәсәй» йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында уҙғарыла.
Читайте нас: