Республикабыҙҙа ике мәғариф, бер һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы үҙҙәрендә һанлы технологияларҙы үҫтереүгә грант отто. 20,6 млн һум аҡса “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы биреләсәк.
Федераль грант еңеүселәре: Стәрлетамаҡ ҡалаһының 12-се лицейы – 5,8 миллион һум, Туймазы ҡалаһы Балалар ижады үҙәге – 3 миллион һум, “Толпар” туберкулезға ҡаршы балалар шифаханаһы – 11,8 миллион һум (“Миҙгелле лагерҙарҙа уҡыусылар өсөн дискретлы математика, информатика, һанлы технологиялар буйынса тематик сменалар үткәреү” йүнәлеше буйынса).