+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2019, 12:57

Дәүләт Советында – юлдар торошо

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары селтәренең үҫеше һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса Дәүләт Советы ултырышы уҙғара.
Ултырышта эшсе төркөмдөң юл төҙөлөшө эффективлығын, юлдарҙы ремонтлау сифатын арттырыуға, юл хәрәкәтен ойоштороуҙы яҡшыртыуға йүнәлтелгән тәҡдимдәре ҡарала.
Алдан республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо ултырышта ҡатнашасағы тураһында белдергәйне.
#ВладимирПутин

Читайте нас: