+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2019, 11:47

Эш урыныңды һайлап ал

Рәсәй Мәғариф министрлығы "Мәғариф" милли проектына ярашлы “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашыусылар өсөн электрон ресурс һәм эш урындары реестрын әҙерләй. Был хаҡта министр Ольга Васильева белдерҙе. “Һәр педагогтың программаның федераль йәки төбәк сайтына инеп, күсеп барырға уйлаған мәктәпте һайлау, уны ситтән тороп ҡарау, һайлап алыуҙы үтеү өсөн шарттар исемлеге менән танышыу һәм ғариза биреү мөмкинлеге бар”, - тине министр.


Уның һүҙҙәренсә, программала ҡатнашырға теләгән кандидаттарҙың йәше сикләнмәгән — ауылдарҙа йәштәргә лә, тәжрибәле уҡытыу­сыларға шат булырҙар. Кандидат­тарҙың ғаризаларын Мәғариф министрлығы комиссияһы менән бергә махсус төбәк комиссияһы ҡарай.


“Ауыл уҡытыусыһы” программаһын тормошҡа ашырыу 2020 йылдан башлана. Унда ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән (йәки күсеп килгән) уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙе күҙ уңында тотола.


Йәш уҡытыусыларҙың күптән түгел Ленинград өлкәһенең Выборг ҡалаһында уҙған “Педагог: һөнәр, булмыш, сәнғәт” Бөтә Рәсәй форумында билдәләп үтеүҙәренсә, ауыл, ҡасаба һәм халҡы 50 мең кешенән аҙыраҡ булған ҡалаларҙағы мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәй. Күп кенә педагогтар 1,5 ставкаға эшләй һәм йыш ҡына бер нисәшәр предметтан уҡыта. Һөҙөмтәлә балаларҙың белем алыуының сифаты ла насарая, ауыл балаһының юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге лә тарая.


Халыҡ аҙ йәшәгән урындарҙағы мәктәптәргә уҡытыусыларҙың эшкә барыуын дәртләндереү башланғысы менән, билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә сығыш яһағайны. Был ваҡиғаның артынса уҡ Программаның башланыу ваҡыты, финанслау мөмкинлектәре билдәләнде һәм ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр индерергә ҡушылды.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында йәше 35-тән уҙмаған, педагог һөнәренә эйә һәм ошо мәктәптә кәмендә биш йыл эшләү тураһында килешеү төҙөргә риза булған кешеләр ҡатнаша ала.
#нацпроекты#региональныепроекты

Читайте нас: