28-29 июндә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Ҙур йыйын алдынан быға тиклем булып үткән ҡоролтайҙар тарихына күҙ һалайыҡ.
I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1-2 июнендә Өфө ҡалаһында үтә. Унда Башҡортостандың һәр ҡала-районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 8 өлкәһенән, Венгрия, Германия, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швейцария, Көньяҡ Африка Республикаһынан бөтәһе 806 вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай эшендә 10 секция эшләй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм уның рәйесе итеп яҡташыбыҙ, БР Фәндәр академияһы академигы, билдәле археолог Нияз Мәжитов һайлана.
II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың 14-15 июнендә Өфөлә үтә. Уның эшендә республика, ил төбәктәренән 19 сит илдән 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша. 12 секцияла республиканың дәүләт органдарына милли сәйәсәт, милләт-ара мөнәсәбәт, милли мәҙәниәт һәм республика халыҡтары телдәрен артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелә.
III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2010 йылдың 10-11 июнендә Өфө ҡалаһында уҙғарыла. Унда Башҡортостандан, Рәсәйҙең 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән АҠШ, Бразилия, Германия, Израиль, Италия, Канада, Төркиә, Япония һәм БДБ илдәренән 800-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.
IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2015 йылдың 21 ноябрендә Өфө ҡалаһында үтә. Ҡоролтайҙың эшендә 400 делегат ҡатнаша. Сара барышында 7 секция эшләй.
28-29 июндә Башҡортостан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡабул итә. Йыйын Өфөлә һәм Ишембай районында, бөтә донъяға билдәле шиханыбыҙ Торатау янында үтә. Рәсәй төбәктәренән – 157, сит илдәрҙән 58 делегат саҡырылған, Башҡортостандың район-ҡалаларынан 295 кеше делегат итеп һайланған.
Райондан ҡоролтай эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ғафури табындары ойошмаһының идара рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, шәхси эшҡыуар, әүҙем йәмәғәтсе Хәннән Ишмырҙин, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенән Ғафури йәштәре ойошмаһы ағзаһы Илмир Мөхәмәтйәнов ҡатнаша. Ҡоролтайҙың үҙенсәлеге шунда: секция ултырыштары ябай һөйләшеүгә һәм резолюция ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, делегаттар милләт киләсәген күҙаллаған өр-яңы проекттар, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләйәсәк.