Беҙҙе донъяла боронғо стереотип итеп ҡабул итмәһендәр өсөн башҡорттарға булған элекке ҡарашты үҙгәртергә кәрәк, тип билдәләне бөгөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында республика етәксеһе Радий Хәбиров.
«Ҡарашымса, хәҙерге башҡорттоң йыйылма образында ата-бабаларыбыҙ аҡылы, эскерһеҙлек, алсаҡлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм төрлө һынауҙар алдында бирешмәүсәнлек, мобиллек һәм заманса үҫешкә әҙерлек кеүек сифаттар булырға тейеш, — тине республика етәксеһе. — Башҡортостан Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан. Шуға күрә беҙҙә көнсығыштың һәм көнбайыштың иң яҡшы өлгөләренең булыуы осраҡлы түгел. Образлы итеп әйткәндә, башҡорт Миңлеғәле Шайморатов кеүек илһөйәр, Тыуған илен яратырға һәм уға хеҙмәт итергә, Мостай Кәрим кеүек тәрән аҡыллы, Айрат Шаммазов кеүек аҡыллы һәм белемле, Радик Юлъяҡшин кеүек талантлы һәм заманса, Азамат Ҡолмөхәмәтов кеүек дипломат, Венер Ғәлиев кеүек көслө һәм үҙ-үҙенә ышанған, Ләйсән Үтәшева кеүек сибәр һәм һомғол буйлы булырға тейеш».
«Ни менән генә шөғөлләнһәк тә, беҙгә әхлаҡлы белемле кешеләр, эшебеҙҙең оҫтаһы булып ҡалырға, һәр һүҙебеҙ һәм ҡылығыбыҙ менән башҡорт халҡының бөйөклөгөн арттырырға кәрәк. Баһалап бөткөһөҙ мәҙәни мираҫыбыҙҙы белергә һәм хөрмәт итергә тейешбеҙ», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.