-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2019, 19:16

Мәғрур Мағаш тауы, йәмле Еҙем ҡаршы алды ул һәм ҡыҙҙарын

Бөгөн районыбыҙҙың Ибраһим, Ҡурғашлы, Мәндем, Татар Саскүле ауылдарында шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары үтте. Ибраһим ауылында тәүге тапҡыр ойошторолған күркәм сарала йыраҡ араларҙы яҡын итеп ҡайтҡан ауылдаштар, ҡунаҡтар бик күп булды.
Ауыл халҡы ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алыр өсөн йорт-ҡураларын, урамдарҙы төҙөкләндергән, район хакимиәте ярҙамы менән балалар баҡсаһы территорияһына асфальт түшәлгән, балалар өсөн уйын майҙансығы ҡуйылған, мәҙәниәт йортона ремонт эшләнгән һ.б. Байрам ауылға ингән ерҙә ҡурай сәскәһе тажына “Ибраһим” тип яҙылған мөһабәт стелланы асыу, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә төҙөлгән обелискка сәскәләр һалыу менән башланды. Ҡунаҡтар мәҙәниәт йортонда ауыл оҫталарының ҡул эштәренән торған, мәҙәни тормошон сағылдырған, ауылдан сыҡҡан күренекле шәхестәргә арналған күргәҙмә материалдары менән танышҡандан һуң, байрамса биҙәлгән, дәртле көйҙәр ағылған сәхнә алдына үтте. Алып барыусылар Фирүзә һәм Алина Әбделмәновалар шиғыр юлдары менән тантананы башлап ебәрҙе. Ауыл муллаһы Камил Вәлиев сараға фатиха биргәс, староста Аяз Вәлиев Ибраһим ауылы флагын күтәреү хоҡуғын алды. Ауыл тарихы менән был йүнәлештә күп мәғлүмәттәр туплаған Фәйез Садиҡов таныштырҙы. Артабан бер-бер артлы саҡырылған ҡунаҡтар һүҙ алды. Ауыл уңғандары, ғаилә юбилярҙары бүләкләнде, байрамға әҙерлек мәлендә ҙур ярҙам күрһәткәндәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Байрам йыр-бейеү, спорт уйындары менән үрелеп барҙы. Олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп күңел асты, күптәнән күрешмәгән ауылдаштарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
Ибраһимда көн итеүсе һәм унан алыҫта йәшәүселәрҙе лә берләштереп, осраштырып-күрештергән байрам атайҙар төйәге менән бәйләнеште, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ептәрен тағы ла нығытып, ауыл тарихында онотолмаҫ яҡты эҙ булып ҡалды.

Читайте нас: