-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2019, 13:49

Путин “Армия-2019” халыҡ-ара хәрби-техник форумда


Ил етәксеһе хәрби өлкәләге радиоразведка өсөн дрондар, пилотһыҙ осоусы объект проекты, роботтар өсөн лазер күреү системаһы ҡуйылған экспозицияны һәм башҡа юғары технологиялы махсус техника төрҙәре өлгөләрен ҡараны.
Бынан тыш, Президент ҡатнашлығында форумда ҡул ҡуйылған килешеүҙәр менән алмашыу тантанаһы үтте.


“Армия-2019” V халыҡ-ара хәрби-техник форумында 1300 самаһы предприятие ҡатнашҡан. Сара 25-30 июндә үтте.


Йыйындың ғилми-ғәмәли программаһында ҡаралғанса, дәүләттең оборонаһын тәьмин итеү, халыҡ-ара хәрби, хәрби-техник, хәрби-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән 170-тән ашыу сара үткән.


Читайте нас: