+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2019, 13:12

Путин Германия канцлеры менән осрашты

Японияның Осака ҡалаһында 28-29 июндә үткән “Ҙур егерме” саммитында Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркель менән осрашты.


Әңгәмәлә ике дәүләт етәксеһе Донбасс өлкәһендәге киҫкен мәсьәләне яйға һалыу өсөн “норманд форматы”н һаҡлау тураһында килеште.


“Беҙ был форматты киләсәктә лә файҙаланасаҡбыҙ”, – тине Осакалағы матбуғат конференцияһында Владимир Путин. Ул именлек мәнфәғәтендә барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡулланыу мөһимлеген белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: