-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2019, 12:35

Газ заправкаларына – дәүләт ярҙамы

Ил башлығы Владимир Путин “Газпром” йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Виктор Зубков менән осрашты.

Улар газ-мотор яғыулығы баҙары үҫеше мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.

“Беҙҙә бөгөн тәбиғи газ менән эшләү мөмкинлегенә эйә йөк автотранспортының 127 моделе бар. Улар – юл-коммуналь, йыйыу, сүп-сар ташыу техникалары, шулай уҡ автобустар, микроавтобустар, йәнә еңел автомобилдәр: “Лада Веста”, “Лада Ларгус”, “УАЗ Патриот”, “УАЗ Пикап” һ.б. Был йәһәттән эште артабан да дауам итәсәкбеҙ”, – тине Виктор Зубков.

Владимир Путин был тармаҡта алдынғы тәжрибә өлгөләренә таяныу мөһимлеген билдәләне.

Газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы эшләй. Газ менән заправкалау селтәрен төҙөү өсөн дәүләт тарафынан быйыл 3,3 миллиард һум бүленә.
Читайте нас: