+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2019, 13:48

Ил етәксеһе ирекмәндәр ассоциацияһын ҡотланы

Владимир Путин Ирекмәндәр үҙәге ассоциацияһы булдырылыуға биш йыл тулыу уңайынан уның ағзаларын ҡотланы.


“2014 йылда барлыҡҡа килгән ойошма Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәреүгә, етди ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүгә, ҙур спорт байрамында ҡунаҡсыл, ихлас мөхит булдырыуға ҙур өлөш индерҙе”, – тине дәүләт башлығы.

Владимир Путин ирекмәндәрҙең халыҡ-ара сараларҙы уҙғарыуҙағы өлөшөн юғары баһаланы. “Улар һәр байрамда, ярышта ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға уңайлы мөхит булдыра, сара хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланһын өсөн бөтөн күңелен, тырышлығын һала”, – тине ул.
#ВладимирПутин
Читайте нас: