+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2019, 11:34

“Киләсәк уҡытыусыһы” проекты

Милли проекттар араһында “Мәғариф” милли проекты күп яҡлы булыуы, тотош тармаҡтың үҫешенә, социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелеүе менән айырым урынды биләй. Был проект уҡыусыларҙың ғына түгел, педагогтарҙың да мәнфәғәттәрен яҡлай.


Мәҫәлән, “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проекты ошо маҡсатты күҙ уңында тота.


Был проект, билдәле булыуынса, ил ҡаҙнаһынан субсидия биреүгә конкурстан башланды. Унда еңеп сыҡҡан 11 төбәккә 1 миллиард 300 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.


Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо проектҡа ярашлы уҡыу йорттарына аттестация үткәреү тәртибенә федераль кимәлдә үҙгәреш индереләсәк.


“Киләсәк уҡытыусыһы” конкурсын киләһе йыл уҙғарыу планлаштырылған. Был йәһәттән проект етәксеһе М. Ракова менән республика мәғариф министры А. Хажин араһында килешеү төҙөлгән.
#нацпроекты

Читайте нас: