+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2019, 21:13

“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!”

Алдағы 2 айҙа республикала, шул иҫәптән районда ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләге балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акцияһы үтә.

Акция барышында йыйылған мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм кейемдәрҙе район Ғаилә үҙәгенә Красноусол ауылы, Калмыков урамы,16/1 (тел. :8(34740)2-73-77) адресы буйынса килтерергә мөмкин. Акцияға йомғаҡ август аҙағында яһала һәм иң әүҙемдәргә Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йыл Белем көнөнә республика буйынса мәрхәмәтле кешеләр ярҙамы менән 9507 бала мәктәпкә йыйынды.
Читайте нас: