+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2019, 12:19

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” проектында

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, республикабыҙ ҡалаларында төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, республикабыҙ ҡалаларында төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

Хәбәр ителеүенсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды республиканың граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү өсөн финанс булышлыҡ итеүгә заявкаһын хуплаған.


Һөҙөмтәлә уларҙан беҙгә 282,42 миллион һум бүленәсәк. Өҫтәүенә республика ҡаҙнаһынан 63,4 миллион өҫтәлә. Дөйөм сумма ун муниципаль берәмектәге авария хәлендә булған 206 йорттан 666 кешене күсереү өсөн йүнәлтеләсәк.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" программаһына ярашлы ике мең ярымдан ашыу граждан авария хәлендәге торлаҡтарҙан яңыларға күсерелергә тейеш. Программаға 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип табылған күп фатирлы йорттар индерелгән.
#нацпроекты

Читайте нас: