+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2019, 12:32

Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам

Иҡтисад һәр заманда ла тормош-көнкүрештең төп нигеҙен билдәләй.

Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән – ул илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен арттырырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға тейеш.


Был проект нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылыу менән бер рәттән, һуңғы айҙарҙа район-ҡалалар хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
Һәр аҙна Ғафури районы башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғызов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрә. Унда Милек менән идара итеү комитеты рәйесе Э.Кәримова, Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге начальнигы Ю.Родионов, Мәшғүллек үҙәге директоры М.Сабитов, баш архитектор Ю.Андреева ҡатнаша. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡандар тарафынан күп кенә проекттар хупланды, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғызов проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа тейешле ведомстволарҙың тотҡарлыҡһыҙ булышлыҡ ҡылырға тейешлеген билдәләне.
#нацпроекты
Читайте нас: