Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү.
“Рәсәй Федерацияһында Хәтер һәм дан йылын әҙерләп уҙғарыу “Еңеү” ойоштороу комитетына йөкмәтелә,” – тине ил башлығы. Рәсәй хөкүмәтенә йылдың төп саралары планын төҙөү һәм раҫлау ҡушылған.
В.Путин билдәләүенсә, Еңеүҙең 75 йыллығын үткәреүгә ихлас, ижади һәм яуаплы ҡарарға кәрәк.