+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2019, 18:23

53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары башланды

Бөгөн Өфөлә 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары башланды. Ул 14 июлгә тиклем бара һәм донъяның 29 иленән 1192 спортсы ҡатнаша.

Йәш спортсылар 9 Олимпия спорт төрө: еңел атлетика, йөҙөү, фехтование, грек-рим көрәше, дзюдо, мини-футбол, 3х3 баскетбол, пляж волейболы һәм ҡаяға үрмәләү буйынса көс һынашасаҡ. 12-нән 15 йәшкә тиклемге спортсылар өсөн был ярыштар ҙур спортҡа илтеүсе юл, донъя күләмендәге ярыштарға әҙерлек, тиҫтерҙәре менән аралашып, тәжрибә туплау мөмкинлеге лә булып тора.

Халыҡ-ара Балалар уйындары комитеты менән бергә Өфөгә был уйындарға нигеҙ һалыусы Метод Клеменц киләсәк. Тап ул 1968 йылда Югославияның Целе ҡалаһында тәүге Халыҡ-ара балалар уйындары уҙғара һәм башланғыс донъяла ҙур яҡлау табып, бөгөнгәсә дауам итә, үҫешә.


Читайте нас: