Владимир Путинға төбәк башлығы үҙҙәрендәге социаль-иҡтисади хәле тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ул төрлө тармаҡтарҙың торошона айырым туҡталды.
“Быйыл 95 мәктәп автобусы бүләбеҙ, 108 “Ашығыс ярҙам” автомобиле, 50 флюорография аппараты һатып алабыҙ, – тине Владимир Васильев. – “100 мәктәп” проекты буйынса эш дауам итә. Сирлеләрҙе дарыу менән тәьминәтте 4,7 тапҡырға арттырыуға өлгәштек. Беренсе категория инвалидтарын һәм инвалид балалы ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү эше лә уңышлы бара”.
Дағстан етәксеһе шулай уҡ урындағы юлдарҙы рәтләүгә, социаль-инженер инфраструктура төҙөлөшөн финанслауға, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеүгә ныҡлы иғтибар бүленеүен билдәләне, тораҡ пункттарға газ үткәреүгә 250 миллион һум бүленә башлауын әйтте.
Владимир Путин иҡтисадты үҫтереү саралары хаҡында ла һорашты. “Урындарҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыу иҡтисади хәлде нығытыуға төп этәргес булырға тейеш”, – тине ул.