+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2019, 11:56

Рәсәй Президенты Боливия етәксеһе менән осраша

11 июлдә илебеҙ Президенты Боливия Күп милләтле дәүләте етәксеһе Эво Моралес менән осраша.

Боливия башлығының Рәсәйгә рәсми сәфәр менән килеүе көтөлә.


Президенттар ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәргә бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Шул иҫәптән сауҙа-иҡтисад, инвестиция, гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек алымдарын ҡарау, халыҡ-ара, төбәк кимәлендәге төп темалар буйынса фекер алышыу ҡаралған.


Һөйләшеү һөҙөмтәһендә ике яҡлы бер нисә документҡа ҡул ҡуйыу күҙаллана.


Читайте нас: