+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июль 2019, 11:42

“Экология” милли проектында – урмандарҙы һаҡлау

Республиканың урман хужалығы министры башҡорт урманының яҙмышы тураһында “Рәсәй-24” телеканалына интервью бирҙе.

Республиканың урман хужалығы министры башҡорт урманының яҙмышы тураһында “Рәсәй-24” телеканалына интервью бирҙе.


Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, Башҡортостан “Экология” милли проектына ҡушыла һәм бының маҡсаты – ҡырҡылған урманды ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу, йәғни – уны файҙаланыу менән тәбиғи бөтөнлөктөң тигеҙлеген һаҡлау. Бынан тыш урман үҫтереү өсөн орлоҡ фонды булдырыла, урман хужалығы һәм янғын һүндереү ойошмаларының матди-техник базаһы яңыртыла.


Ошо милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн урман үҫтереләсәк майҙанды 15,2 мең гектарға еткереү ҡарала. Бының өсөн республикала 790 гектар ер биләгән 105 питомник бар һәм был йәһәттән республикабыҙ Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙың береһен биләй.
#нацпроекты
Читайте нас: