-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2019, 17:31

Йәштәр өсөн күңелле ял саралары

Алдағы ял көндәрендә республиканың көньяҡ райондарында йәштәр өсөн бер нисә ҙур фестиваль үтә.

Алдағы ял көндәрендә республиканың көньяҡ райондарында йәштәр өсөн бер нисә ҙур фестиваль үтә.
Күгәрсен районында “Мораҙым-FEST-2019” башҡорт йәштәре йыйыны уҙғарыу планлаштырыла. Ойоштороусылар күп төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, спорт ярыштары, йәштәр араһында дебаттар турниры, концерт һәм дискотека уҙғарасаҡ. Кисәнең төп ҡунағы – Zainetdin ethno-show.
Ейәнсура районында “Аманат” турбазаһында “Аманат дуҫтарын йыя” фестивале үтә. Уның сиктәрендә спорт ярыштары, уйындар, дискотека, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары – Алмаз Ғафаров, Венер Абдуллин, Вилдан Яруллин һ.б. сығышы көтөлә.
Ишембай районының Аҙнай ауылы янында “Ҡош юлы” бард йыры фестивалендә шулай уҡ ҡыҙыҡлы күңел асыу программаһы, бард йырсыларының сығышы, “Беҙ бергә” төркөмөнөң концерты ойошторола.
Йылайыр районында ял көндәрендә “Алға, Урал аръяғы” район-ара фестивале һәм бокс буйынса башҡорт Урал аръяғы беренселегенә асыҡ турнир үтә.

Читайте нас в