“Мәғариф” милли проекты социаль өлкәнең күп йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Улар араһында йәш быуынды үҫтереүгә генә түгел, уҡытыусыларҙың белемен, һөнәри оҫталығын камиллаштырыуға, ата-әсәнең хоҡуҡтарын нығытыуға ҡағылғандары ла күп.
Билдәле булыуынса, милли проектты тормошҡа ашырыуға 747 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл был сумманың 116 миллиард һумын тотоноу планлаштырылған, киләһе йылға күҙалланғаны – 132 миллиард һум.
Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Илебеҙҙең мәғариф тармағы донъялағы алдынғы ун дәүләттеке араһына инергә тейеш. Милли проект ошо маҡсатты тормошҡа ашырырға, конкурентлыҡты көсәйтергә тейеш”, – тип билдәләне. Ул шул уҡ ваҡытта киләсәк быуынды һәр яҡлап үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү мөһимлеген әйтте – тап ошо нигеҙҙә илебеҙҙең ныҡлылығы тәьмин ителәсәк.
Республикабыҙға килгәндә, балаларҙы бер сменала уҡытыуға күсеү 2025 йылға тиклем тулыһынса атҡарылырға тейеш. 2021 йылға ҡәҙәр мәктәпкәсә учреждениеларҙа ун мең самаһы өҫтәмә урын булдырыу бурысы ла тора.