В.Путин Катыриндың кесе бизнес үҫеше тураһындағы законға үҙгәреш индереп, Сауҙа-сәнәғәт палатаһының кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың өлөшө тип ҡарарға тигән тәҡдимен хупланы. Путин әйтеүенсә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан бизнесты контролдә тотоу һәм күҙәтеүҙең әлеге норматив-хоҡуҡи базаһы ғәмәлдән сығарыла, уның урынына дәүләт органдары вәкәләттәрен ҡабатлаусы структураларҙың эшмәкәрлеге туҡтатыла һәм пландан тыш тикшереүҙәрҙе уҙғарыу өсөн нигеҙ булған осраҡтар кәметелә.