-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2019, 00:50

Эшҡыуарҙар фекер алыша

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты бурыстарына ярашлы, 16 июлдә Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ федераль корпорацияһының стратегик сессияһы башланды.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты бурыстарына ярашлы, 16 июлдә Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ федераль корпорацияһының стратегик сессияһы башланды.


Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында үткән сара төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ла йүнәлтелгән.


Сессияла “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә бизнес өсөн ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышынасаҡ. Темалары – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына мөлкәт ярҙамы; уларҙың 223-сө Федераль закон буйынса айырым һатып алыуҙарҙа ҡатнашыуы; ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү; шәхси һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына лизинг ярҙамы.


Корпорация белгестәре сарала ҡатнашыусыларға тармаҡтағы һуңғы яңылыҡтар хаҡында һөйләй, был төр бизнесҡа булышлыҡ итеү саралары тураһында еткерә, Рәсәй баҙарында үҙҙәренең тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлаша.


Шулай уҡ сессия барышында республиканың инвестиция проекттарына презентация үткәреү, йүнселдәр өсөн махсус булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ бизнес-навигаторы” порталының мөмкинлектәрен күрһәтеү ҡаралған.
#нацпроекты
Читайте нас в