18 – 21 июлдә Баймаҡ районының Граф күле янында йыл һайын үтеп килгән “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте форумында Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән 300 йәш кеше ҡатнаша.
Социаль проекттар эшләүсе, республика үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү өсөн тәҡдимдәр индереүҙә әүҙемлек күрһәткән яңы быуын йәш етәкселәрҙе тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған форум программаһында мәҙәниәт, шоу-бизнес, сәйәсәт һәм медиа өлкәләре вәкилдәре менән осрашыуҙар үтә. Быйыл беренсе тапҡыр дебаттар башҡорт телендә ойошторола. Сарала һәр ҡатнашыусы үҙ проектын яҡлап финанс ярҙам алыуға мөмкинлек биргән грантҡа конкурс уҙҙы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттарға 20000 һум аҡса бүлгән.
Дүрт көн барған форумда Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларынан спикерҙар ҡатнашыуы йәштәр өсөн бик фәһемле булды, йыйын ысын мәғәнәһендә тәжрибә туплау майҙансығы була.
2017-2018 йылдарҙа 20 миллион һумдан ашыу грант яулауға өлгәшкән Егор Рафиҡовтың сығышын һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлай. “Капитан Грантов” телетапшырыуы авторы һәм “Әүҙем йәштәр корпорацияһы” директоры Егор Рафиҡов Баймаҡҡа Ҡазан ҡалаһынан килгән.
Спикер һүҙҙәренсә, грант яулауҙың төп маҡсаты –
уны артабан үҫтереү һәм киңәйтеү. Был эш артабанғы яңы проектҡа нигеҙ булып
торорға тейеш. Яуланғандар менән сикләнеп ҡалмаҫҡа, үҫешкә ҙур маҡсат менән
барырға һәм икеләнмәҫкә! Шул саҡта ғына
ниәттәреңә өлгәшергә мөмкин.