-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль 2019, 10:39

Үҫеш күҙәтелә

Республикабыҙҙа “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы саралар әүҙем тормошҡа ашырыла башланы.

Республикабыҙҙа “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы саралар әүҙем тормошҡа ашырыла башланы.


"Башҡортостан халыҡ-ара кооперация үҫеше буйынса милли проектты тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Биш төбәк проекты сиктәрендә беҙ кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларын донъя баҙарына сығарыу мәсьәләләрен хәл итәбеҙ", – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров “Экспортлау ваҡыты” форумының пленар өлөшөндә.


Артабан Радий Фәрит улы билдәләүенсә, элек предприятиеларға экспорт менән үҙаллы шөғөлләнергә тура килһә, хәҙер улар тулыһынса дәүләт ярҙамына өмөт итә ала.


2015 – 2017 йылдарҙа республикала тышҡы сауҙа әйләнеше түбән төшһә, хәҙер үҫеш күҙәтелә.
#нацпроекты
Читайте нас в