+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2019, 14:37

Ил етәксеһе самолет экипажын бүләкләне

2018 йылдың авгусында бортына 202 пассажирҙы алған Сочи – Өфө рейсы Башҡортостан баш ҡалаһына ашығыс рәүештә төшөп ултырырға мәжбүр булды.

2018 йылдың авгусында бортына 202 пассажирҙы алған Сочи – Өфө рейсы Башҡортостан баш ҡалаһына ашығыс рәүештә төшөп ултырырға мәжбүр булды.


Күңелһеҙ хәлдең сәбәбе – самолеттың двигателе яна башлауы. Экипаждың тиҙ һәм уйлап эш итеүе һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәне. Red Wings авиакомпанияһы самолеты экипажы командиры Юрий Хорьговский, икенсе пилот Владимир Павленко һәм борт-инженер Сергей Лакида Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды. Нестеров миҙалы бортпроводниктар Евгений Егошин, Петр Михайлов, Руслан Тимербаев һәм өлкән бортпроводник Ларита Мурадоваға тапшырылды.


Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә хеҙмәт бурысын үтәгәндәге ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн экипаж ошондай ҙур бүләккә лайыҡ булды.

Читайте нас: